Гульсира Шафикова. Күңелем Һүрәттәре
06.11.2017 17:05КҮҢЕЛЕМ ҺҮРӘТТӘРЕ
(Картины души)
на башкирском языке
Телем
Ерен биреп, телен биреп
Хоҙай беҙҙе яралтҡан…
Үҙ телендә һүҙ әйтмәгән –
Ҙур байлығын юғалтҡан.
Үҙ телемдә булһын һәр һүҙ,
Уны балам итһен үҙ.
Әйемде Әй тиәйем мин,
Тауымды тау тиәйем.
Саф башҡортса үҙ уйымды
Еткерергә теләйем.
Кәмһенмәһен һис рухтары
Олатай, оләсәйҙең.
Илде, телде һаҡлауҙа –
Мәғәнәһе йәшәүҙең.
Һаумыһығыҙ тип меңдәргә
Һалһам әгәр бер ауаз,
Ҡыуандырһын меңсә яуап,
Яңғырап хәс ҡайтауаз.
* * *
Яраланды тәнем бысаҡ осо менән –
Ҡаплағандай булғайным да бит усым менән,
Тамсы ҡаным сәсрәп китте ситкә,
Ауыртыныуымдан еттем илар сиккә.
Ҡан тигәнем – улғынамдың ир балаһы,
Йәнем бүлгеләнгән. Яҙмыш яраланы.
Бүре күҙҙәре
Күрҙем яҡын бүре күҙҙәрен,
Сағылдырыр микән һүҙҙәрем.
Ҡарашында тойҙом күпме хис:
Тәрән һағыш, ғазап, тотҡон үс.
Янды күҙҙәр берсә ут булып,
Берсә һүнде, осҡон юҡ булып.
* * *
Алға – артҡа... Ирек – өс аҙым –
Тар ситлектә бүре туланы.
Өҙгөләнеп, ауыр уйҙарҙан,
Ҡабат – ҡабат килеп ураным.
* * *
Автобус тулы халыҡ –
Мурҙала гүйә балыҡ.
Баҫып тора ҡарт инәй –
Күңеле әрней, илай.
Ултыра ҡыҙ – тумалаҡ,
Күҙен йомоп, йыр тыңлай,
Ҡолаҡтарын томалап.
Уйлай инәй: аяғөҫтө
Бөгөн дә йөрөп ҡайттыҡ.
Үтер ғүмер, һеҙҙе лә
Аямаҫ, балам, ҡартлыҡ.
Мин – рәссам түгел. әммә күңелемдә
Балҡый гелән серле һүрәттәр.
Бына ауыл, минең тыуған йортом,
Бер ҡыҙ килә, сана һөйрәткән.
Һылыу Әйем. Ғорур Ташкеләт.
Һаҡлағандай ауыл тыныслығын,
Болоттарға тора, баш терәп.
Ҡапҡа төптәрендә инәйҙәрем.
Гөлдәр балҡый, йортҡа үрмәләп.
Йәйғор ҡалҡты, ҡанаттарын йәйеп,
Көмөш ямғыр үткәс һибәләп.
Һүрәттәрем, күңел һүрәттәре...
Бер-бер артлы асам биттәрен.
Һис юғалтмай улар сағыу төҫөн,
Хәтер һандығымда бикләнеп.
© Гульсира Шафикова, текст, 2017
© Книжный ларёк, публикация, 2017
Теги:
—————